11 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2013 йыл, 11:25

Республикала 2300 тонна күп йыллыҡ үләндәр орлоғо тупланған

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан хужалыҡтарында яҙғы сәсеүгә юғары сифатлы мал аҙығы культуралары орлоғо һатып алыу дауам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда төбәктә яҙғы сәсеүгә 2300 тонна күп йыллыҡ үләндәр орлоғо әҙерләнгән. 1 мартҡа ҡарата шуларҙың 1700 тоннаһы тикшерелгән. Тикшерелгән орлоҡтарҙың 82 проценты сәсеүгә яраҡлы тип танылған.

темалар: ауыл хужалығы