8 декабрь, Кесе йома

27 март 2013 йыл, 10:30

Баш ҡалала Рәсәйҙең алдынғы психологтары йыйыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, 28-30 мартта Рәсәй Федерацияһы юғары уҡыу йорттарының Психологик-педагогик белем биреү буйынса уҡытыу-методик берләшмәһе советы Президиумының күсмә ултырышы үтә. Сарала квалификациялы психологтар әҙерләү, психологик белем биреү системаһын яңыртыу мәсьәләләре тикшереләсәк.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, форум 28 мартта БДПУ ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, шулай уҡ Электрон университеттың презентацияһы менән асыласаҡ. Артабан РФ юғары уҡыу йорттарының Психологик-педагогик белем биреү буйынса уҡытыу-методик берләшмәһе советы Президиумының киңәйтелгән пленар ултырышы үтә. Шул уҡ көндө Уҡытыу-методик берләшмәһе рәйесе, психология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй мәғариф академияһы академигы Виталий Рубцовҡа «М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры» исемен тапшырыу тантанаһы үтә.

Программа сиктәрендә шулай уҡ фәнни-ғәмәли конференция, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.