Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре-2013» төбәк-ара фестивале үтте

Йәмғиәт

Бәләбәйҙә үткән XIV «Илһам шишмәләре-2013» шиғриәт фестивале Гран-прийына өфөлө Кристина Андрианова лайыҡ булды.

Беренсе урынды – Дәүләкән районынан Миңзәлә Хәлилова, икенсе урынды – Ишембайҙан Валентин Осадчий һәм Благовар районынан Фәнирә Ибраһимова, өсөнсө урынды Айгөл Айытҡолова, Лидиә Мәүлитова һәм Татьяна Мәсәғүтова яуланы.

Быйыл фестивалгә Башҡортостан, Татарстан һәм Сыуашстан республикаларынан йәмғеһе 250 автор эштәрен ебәргән.

Ете номинацияла дипломдарға һәм бүләктәргә Эльза Шевяхова, Рәзилә Рысҡужина, Нур Шафиҡов, Геннадий Данилов, Николай Дымов, Асия Яппарова, Вероника Иванова, Светлана Васикова, Оксана Сальникова һәм Анатолий Тимофеев лайыҡ булды.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия Алла Докучаеваға, Барый Ноғомановҡа, Рауил Шаммасҡа, Рәйсә Сәрбигә, Ринат Әйүповҡа һәм Роберт Шәймәрҙәновҡа тапшырылды.

«Белебеевские известия» гәзитенең Динис Бүләков исемендәге әҙәби премияһына татар телендә сыҡҡан «Күңелем аҡланында» шиғырҙар йыйынтығы өсөн Фәүзиә Мәхмүтова лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть