4 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2013 йыл, 17:47

Өфөлә «Киләсәккә аҙым» республика олимпиадаһы финалы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә 27-29 мартта «Киләсәккә аҙым» республика техник олимпиадаһы финалы үтә. Уны Өфө дәүләт авиация техник университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге үткәрә. Олимпиадала өҫтәмә һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында техник ижад менән шөғөлләнгән 18 йәшкә тиклемге уҡыусылар ҡатнаша. Өфөгә бәйге финалына 138 бала киләсәк. Уларҙың белемен өс юғары уҡыу йорто уҡытыусылары баһалаясаҡ.  

Эссе яҡлау һәм өҫтәмә әңгәмәләшеү йомғаҡтары буйынса бер уҡыусы һайланып алынасаҡ, уның кандидатураһы «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Һәләтле йәштәргә ярҙам итеү» йүнәлеше буйынса премия алыуға тәҡдим ителәсәк.

«Башинформ» агентлығына Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп уҡыусылары менән һөнәри йүнәлеш буйынса эш алып барыу, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау олимпиаданың төп маҡсаты булып тора.

темалар: олимпиадалар