7 декабрь, Шаршамбы

26 март 2013 йыл, 17:10

Торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреү сифатын төбәк депутаттары билдәләйәсәк

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Өфөлә «Рәсәй Федерацияһының торлаҡ ҡануниәтендә яңылыҡтар. Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк системаһын булдырыу һәм 2013-2015 йылдарҙа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды эшмәкәрлеге» бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтә. Сарала Дәүләт Думаһы, Рәсәй төбәктәре депутаттары, власть органдары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнаша. Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе Галина Хованская билдәләүенсә, торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреү йәһәтенән федераль кимәлдәге закондарға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, РФ субъекттары өсөн көсөргәнешлек артасаҡ.

— Төп ауырлыҡ төбәктәрҙең закон сығарыу власына төшә, — тип хәбәр итте депутат. – Улар РФ субъекты законын ҡабул итергә тейеш буласаҡ, унда төп моменттар билдәләнгән булырға тейеш. Был мәсьәләлә күп нәмә, атап әйткәндә, закондың ниндәй булыуы, граждандар өсөн ниндәй шарттар булдырылыуы урындағы депутаттарҙан торасаҡ.

Галина Хованская хәбәр итеүенсә, федераль кимәлдә торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреүҙе финанс йәһәттән тәьмин итеүҙең ике варианты ҡарала.