Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 23 мышы, 35 ҡабан һәм 3 ҡоралай браконьерҙар ҡорбаны булған

Йәмғиәт

2013 йыл башынан алып Башҡортостанда законһыҙ рәүештә 23 мышы, 35 ҡабан һәм 3 ҡоралай атып алынған. Был ваҡыт эсендә республикала һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса йәмғеһе 132 осраҡ асыҡланған. Был хаҡта 26 мартта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығының дәүләт контроле бүлеге начальнигы Глеб Егоров хәбәр итте.

— Хоҡуҡ һаҡлау органдарына һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнгән 41 һунарсыға ҡарата материалдар йүнәлтелде. Нигеҙҙә, һүҙ законһыҙ рәүештә тояҡлы хайуандарға һунар итеү хаҡында бара, — тип хәбәр итте журналистарға Глеб Егоров.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда 37500-ҙән ашыу кеше федераль өлгөләге һунарсы билеттары алған. Улар республика халҡының 0,8-0,9 процентын тәшкил итә. Һунарсыларҙың күпселеге ҙур ҡалаларҙа йәшәй.

— Башҡортостанда һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр күп түгел. Шуға күрә һунарсылыҡ биләмәләренә әлегә ҙур ауырлыҡ төшмәй, — тип билдәләне Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралыҡтың дәүләт контроле бүлеге начальнигы төбәктә һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтарын артабан үҫтереү буйынса матбуғат конференцияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть