5 декабрь, Дүшәмбе

26 март 2013 йыл, 15:25

«Айыҡ ауыл» конкурсына Иглин районының йәнә биш ауылы ҡушылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Иглин районы Үктәй ауыл советының йәнә биш ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды. Бындай ҡарар муниципалитет менән ойошторолған фәнни-ғәмәли конференцияла ҡабул ителде.

Ауыл старосталары, мәктәп директорҙары, урындағы Совет депутаттары, дини ойошмалар ағзалары йәмәғәт хәрәкәттәре вәкилдәре – «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте рәйестәше Ринат Зәйнуллин һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның БР буйынса бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Айнур Шәйхетдинов менән осрашты. Бындай осрашыу үткәреүгә Үктәй ауыл советы халҡының «Айыҡ ауыл» конкурсы менән ҡыҙыҡһыныуы сәбәп булды.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илһам Имаев һүҙҙәренсә, тиҙ арала тейешле саралар күрелмәһә, алдағы йылдарҙа ауылдарҙа йәштәр бөтөнләй ҡалмаясаҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла эскелеккә ҡаршы түгел, ә айыҡлыҡ өсөн көрәшергә теләк белдерҙе.

Айнур Шәйхетдинов халыҡ менән эшләү үҙенсәлектәре, шулай уҡ үҙе үткәргән «Иглин – айыҡлыҡ территорияһы» акцияһы тураһында ентекле һөйләне.