3 декабрь, Шәмбе

26 март 2013 йыл, 14:40

Өфөлә үтәсәк «Мода аҙналығы»нда Вячеслав Зайцевтың Мода йорто модельерҙары ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә яҙғы мода аҙналығы 14-19 апрелдә үтә. Сараны ойоштороусылар (улар иҫәбендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ярҙамында «Премьера» моделдәр агентлығы ла бар) аҙналыҡтың сараларға бай һәм ҡыҙыҡлы буласағын билдәләй.

«Йыл модельеры» ижади конкурсында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан модельерҙар үҙҙәренең уникаль коллекцияларын тәҡдим итәсәк.

«Солнечный круг» йәш дизайнерҙар бәйгеһендә Балалар ижады йорттарында, үҫмерҙәр клубтарында, балалар мода театрҙарында, кейем дизайны йүнәлешендә эшләгән студяларҙа һәм мәктәптәрҙә шөғөлләнеүселәр ҡатнашасаҡ.

Мода аҙналығы конкурстарҙа еңеүселәрҙең коллекцияһын күрһәтеү менән тамамланасаҡ. Модельерҙарҙың эштәрен Вячеслав Зайцевтың Мода йорто белгестәре, Башҡортостандың профилле белем биреү йорттары уҡытыусылары, Рәсәйҙең һәм республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре баһалаясаҡ.

Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.