10 декабрь, Шәмбе

26 март 2013 йыл, 14:11

Республикала «Немец теле аҙналығы» үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Республикаһында «Немец теле аҙналығы» 1 апрелдә старт ала. Йыл һайын үткәрелеүсе мәғариф форумы сараларға бай булмаҡсы. Эшлекле программала немец филологияһы һәм уны уҡытыу методикаһы буйынса фәнни-ғәмәли конференциялар, уҡтыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар, ижади конкурстар, олимпиадалар ҡаралған. Быйыл сараларҙың береһе Стәрлетамаҡта үтә. 4 апрелдә унда «Немец теле көнө» ойошторола.

Мәҙәни программа сиктәрендә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында донъяның иң яҡшы дуэттарының береһе сығыш яһаясаҡ. Германия пианиносылары – ағалы-ҡустылы Ханс-Петер һәм Фолькер Штенцли кисәлә Иоганнес Брамстың Немец реквиемын башҡарасаҡ.

Республика халҡында немец теленә һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу тематик аҙналыҡтың төп маҡсаты булып тора.

Сараны асыу тантанаһы 1 апрелдә Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 19 адресы буйынса роман-герман филологияһы факультеты бинаһында үтә. Башлана – 10 сәғәттә.