9 декабрь, Йома

26 март 2013 йыл, 13:20

Мәскәүҙә Науруз байрамы үтте

автор: Гөлсәсәк Ханнанова | фото: Александра Оганян

24 мартта Мәскәүҙең «Лужники» комплексында Науруз байрамы үтте. Рәсәйҙең баш ҡалаһында был байрам БДБ илдәренең дипломатик вәкиллектәре, Рәсәйҙең милли республикалары вәкиллектәре һәм баш ҡаланың йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында Мәскәү хөкүмәте менән 2005 йылдан алып үткәрелә.

Мәҙәни сарала Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, шулай уҡ Рәсәйҙең Татарстан, Башҡортостан, Дағстан республикалары артистары һәм вәкилдәре ҡатнашты. Сара сиктәрендә халыҡ ижады, биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре, йәрминкәләр, халыҡ уйындары ойошторолдо. Науруз байрамында ҡатнашҡан һәр ил һәм милли төбәк үҙенең стендын тәҡдим итте.

Артабан байрам «Рәсәй» дәүләт үҙәк концерт залында дауам итте. Концерт номерҙары менән Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең профессиональ ижади коллективтары, сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһынан сарала Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артисы – ҡурайсы Заһир Шәйәхмәтов, йырсы Айгөл Сәйфетдинова, балет артистары, Халыҡ-ара Мәхмүт Эсамбаев конкурсы лауреаттары Рудомир Басыров һәм Сулпан Басырова ҡатнашты.

Байрамда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар фекеренсә, матур йолаға әүерелгән был сара Мәскәү ҡалаһында йәшәгән халыҡтар араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға тос өлөш индерә.