9 декабрь, Йома

26 март 2013 йыл, 12:25

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ғинуарҙа 908,6 миллион доллар тәшкил итте

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ғинуар айында 908,6 миллион доллар тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан. 2012 йылдың ғинуар айы менән сағыштырғанда, был 32,3 процентҡа күберәк.

Тышҡы сауҙа операцияларының төп өлөшө экспортҡа тура килә – 875,2 миллион доллар. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, был 34,5 процентҡа күберәк.