8 декабрь, Кесе йома

26 март 2013 йыл, 12:00

Төбәктең ЮНЕСКО хәрәкәте активистары - Бөйөк Британияла

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының Халыҡ-ара проекттар планына ярашлы һәм Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ярҙамында «Европа контексында креатив компетенциялар» халыҡ-ара мәғариф проекты тормошҡа ашырыла. Был проект сиктәрендә БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы 23 мартта Лондонға юлланды. Бөйөк Британияның баш ҡалаһында делегация 5 апрелгә тиклем була. Делегация составына республикалағы ЮНЕСКО хәрәкәтенең йәш активистары – Өфө, Салауат, Сибай ҡалаларынан мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм уҡытыусылар инде, тип хәбәр иттеләр төбәктең ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Бөйөк Британияның ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссияһының проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһен өйрәнеү, Лондонда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары менән танышыу халыҡ-ара проекттың төп маҡсаты булып тора. Делегация ағзалары инглиз теле курстарына йөрөйәсәк. Шулай уҡ ЮНЕСКО-ның Лондондағы ассоциацияланған мәктәбе уҡыусылары менән осрашыу барышында Башҡортостан Республикаһының презентацияһы үткәреләсәк.

Бынан тыш, сәфәр сиктәрендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡтың Бөйөк Британиялағы Вәкиллегендә осрашыу ойоштороласаҡ. Сара барышында мәғариф өлкәһендә, шулай уҡ йәштәр менән алмашыу йәһәтенән уртаҡ проекттарҙы тикшереү планлаштырыла.