10 декабрь, Шәмбе

26 март 2013 йыл, 11:01

Республикала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә хөкүмәт һәм ведомство наградалары тапшырылды

автор: Ольга Мортазина

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен наградлау тантанаһы үтте. Хөкүмәт наградаларын Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. Ул Башҡортостан Президентының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

— Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө – дәүләт байрамы, — тине Лилиә Ғүмәрова. – Кешеләрҙең күңеле таҙараҡ, сафыраҡ, ә донъябыҙ яҡшыраҡ булһын өсөн күп эштәр башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлыҡтарын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ баһалап өйрәнмәгәнбеҙ әле. Әммә республикала, Рәсәйҙә был йәһәттән алға табан барабыҙ. Был залда булғандарҙың барыһы ла легендар кешеләр, — тип мөрәжәғәт итте вице-премьер наградланыусыларға. – Республика Президентының быйыл мәҙәниәт өлкәһендә булған проблемаларға, мәҙәниәтте, профессиональ сәнғәтте, халыҡ ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән мәсьәләләргә айырыуса баҫым яһауы ҡыуаныслы. Аныҡ бурыстар билдәләнде, уларҙы үтәргә генә ҡала.

РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева, Ишембай балалар сәнғәт мәктәбенең Маҡарҙағы филиалы мөдире Мәрйәм Солтанова, билдәле башҡорт ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдинов Салауат Юлаев ордены кавалерҙары булды.

Флорид Бүләковҡа — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәшит Хәбировҡа республиканың атҡаҙанған рәссамы исемдәре бирелде. Билдәле журналист Нина Жиленко «БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

Ведомство наградаларын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән Өфө һәм Стәрлетамаҡ бейеүселәре, Салауат башҡорт драма театры директоры Нәйлә Сәфәрғолова наградланды.

Шулай уҡ наградаларға «Нур» театрының труппа мөдире Альмира Шәрәфетдинова, Мишкә һәм Балтас райондары китапханасылары, музей хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары лайыҡ булды. Тәбрикләнеүселәрҙе Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотланы.

темалар: наградлауҙар