8 декабрь, Кесе йома

26 март 2013 йыл, 10:01

Башҡортостан Президенты РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской менән осрашты

автор: "Башинформ"

25 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Донской менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙа Өфөлә Дуҫлыҡ монументынан алып тимер юл күперенә тиклем Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу, «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватын үҫтереү, шулай уҡ Башҡортостандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығын яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу буйынса проекттың әҙер булыуы, дәүләт экспертизаһынан ыңғай һөҙөмтә алыныуы хаҡында һөйләне. Объект буйынса материалдар Федераль һыу ресурстары агентлығына тикшереүгә йүнәлтелгән. Инженерлыҡ ҡорамалдарын төҙөүҙе 2013-2014 йылдарҙа федераль бюджет средстволарынан ҡушып финанслау мәсьәләһен хәл итергә ҡалған.

Йылға ярын нығытып торған әлеге бетон ҡорамалдар 50 йыл элек төҙөлгән, уларҙың 50 проценттан ашыуы яңыртыуға мохтаж.