8 декабрь, Кесе йома

26 март 2013 йыл, 9:32

Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитовтың РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашыуы үтте

автор: "Башинформ"

25 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙа Башҡорт дәүләт университетын, Өфө дәүләт авиация техник университетын, Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм Башҡортостандың башҡа юғары уҡыу йорттарын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә милли тикшеренеү университетын булдырырға тәҡдим итте. Дмитрий Ливанов был тәҡдимдең министрлыҡта тикшереләсәге хаҡында әйтте.