11 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2013 йыл, 17:58

Башҡортостанда тальян гармунға һәйкәл ҡуйыласаҡ

автор: Людмила Терновая

Яңауыл районында тальян гармунға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Бындай ҡарар муниципаль район хакимиәте менән ҡабул ителгән. Бынан тыш, етенсе йыл рәттән Яңауыл районында «Моңға бай гармун байрамы» республика бәйгеһе ойоштороласаҡ. Сараны үткәреү башланғысы менән үткән быуаттың 80-се йылдарында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Ихсанов сығыш яһаған. Ҡағиҙә булараҡ, Яңауылда, йыр-моң байрамында, бөтә республиаканан һәм күрше төбәктәрҙән йөҙгә яҡын иң яҡшы гармунсы йыйыла.

Һәйкәлде ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркында урынлаштырыу ҡарала. Ике метрҙан ашыу бейеклектәге монумент фибробетондан эшләнәсәк.

Проектты тормошҡа ашырыуға район бюджетынан 200 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған. Эштәрҙе йәй башына тамамлау планлаштырыла.