Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә һауым күләмдәре арта

Иҡтисад

Республика хужалыҡтарында һауым күләмдәре арта. Һәр һыйырҙан уртаса 10,8 килограмм һөт һауып алына, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Һауым буйынса иң яҡшы күрһәткестәр был көндәрҙә Стәрлетамаҡ (бер һыйырҙан тәүлегенә 16,7 килограмм һөт һауып алына), Саҡмағош (15,5), Тәтешле (14,7), Өфө (14,6), Мәләүез (14,3) һәм Ауырғазы райондарында (13,2) күҙәтелә.

2013 йыл башынан алып һауым буйынса бер меңлек сикте Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Мәләүез, Өфө һәм Дүртөйлө райондары үткән.

Республика буйынса тулайым һауым 276800 тоннанан ашыу тәшкил итә, 120690 тоннаға яҡын һөт һатылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть