Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика хужалыҡтары 25 мең тоннаға яҡын элиталы орлоҡ һатып алған

Иҡтисад

Республика аграрийҙары 24465 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо һатып алған, планға ҡарата был 56 процент тәшкил итә. Йәмғеһе 43808 тонна элиталы орлоҡ һатып алыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республиканың 10 районы яҙғы сәсеүгә орлоҡ әҙерләүҙе тамамлаған да инде. Улар араһынан алты төбәктә – Ауырғазы, Баҡалы, Дүртөйөлө, Йәрмәкәй, Ҡыйғы һәм Учалы райондарында – планға ҡарата 5-33 процентҡа күберәк орлоҡ әҙерләнгән. Буласаҡ уңыш күпселек йәһәттән орлоҡтоң сифатынан тора, шуға күрә хужалыҡтар тап элиталы орлоҡ һатып алырға тырыша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда яҙғы сәсеү эштәрен Башҡортостанда 20-25 апрелдә башлау планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть