Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә бала табыу сертификаттары программаһын тормошҡа ашырыуға 144 миллион һум аҡса йүнәлтелгән

Иҡтисад

Башҡортостанда Рәсәй Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе бала табыу сертификаттары программаһы буйынса түләүҙәр биреүгә 144,4 миллион һум аҡса йүнәлткән. Программала йәмғеһе 94 медицина ойошмаһы ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр фондтан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2013 йылдың ике айы эсендә республикала 8744 сабый, шул иҫәптән 4430 малай һәм 4314 ҡыҙ тыуған. Ғаиләлә икенсе булып тыуған балалар яңы тыуған сабыйҙарҙың 38,4 процентын тәшкил итә. Ә өсөнсө һәм унан һуңғы бала тапҡан ғаиләләр һаны, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 5,6 процентҡа артҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть