Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала журналистика өлкәһендә «Медиапрофи» премияһы булдырылды

Йәмғиәт

«Медиапрофи» премияһы – яңы форматтағы ҙур төбәк проекты. Ул баҫма матбуғат, телевидение, электрон киң мәғлүмәт саралары журналистарының профессиональ кимәлен күтәреүгә, журналистика эшмәкәрлегенең үҫешенә, яңы таланттарҙы асыҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылды.

Яңы премия йыл һайын тапшырыласаҡ һәм билдәле бер тема буйынса үтәсәк. 2013 йылда ул «Хеҙмәт кешеһе» темаһына арнала.

Премияның башҡарма дирекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Медиапрофи» түбәндәге номинациялар буйынса тапшырыласаҡ: «Иң яҡшы репортаж», «Иң яҡшы интервью», «Иң яҡшы очерк», «Иң яҡшы аналитик материал», «Иң яҡшы фоторепортаж», «Иң яҡшы интернет-проект».

Һәр номинацияла берәр еңеүсе билдәләнә, уға аҡсалата премия тапшырыла.

Конкурс тураһында Положение Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, Журналистар союзы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайттарында урынлаштырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть