Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәк аграрийҙары 11400 тонна ашлама һатып алған

Иҡтисад

Республиканың 38 районы минераль ашламалар һатып ала башлаған. Әлегә республика аграрийҙары 11408 тонна ашлама һатып алған, планға ҡарата был 16 процент тәшкил итә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үтән йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес дүрт тапҡырға күберәк.

Әлеге ваҡытта республикала мең тоннанан ашыу ашлама тупланған өс район билдәләнгән. Улар – Саҡмағош (1311 тонна йәки планға ҡарата 75 процент), Ауырғазы (1300 тонна йәки 71 поцент) һәм Стәрлетамаҡ райондары (1200 тонна йәки 47 процент).

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда яҙғы сәсеү эштәре Башҡортостанда 20-25 апрелдә башланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть