7 декабрь, Шаршамбы

25 март 2013 йыл, 14:46

Башҡортостан Президенты Белорет ҡалаһы активы менән территорияны артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

23 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһы һәм районы буйлап эш сәфәре барышында ҡала активы менән осрашты. Һүҙ Белоретта яңы производстволар төҙөү, туризм һәм социаль өлкәләрҙе үҫтереү тураһында барҙы.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикала «алдағы ике-өс йылда ярайһы уҡ ҙур предприятиелар төҙөләсәк», улар иҫәбендә ағас эшкәртеү буйынса предприятиелар ҙа бар.

— «Башлеспром» менән «Кроношпан» предприятиелары берлектә дүрт миллион кубометрға яҡын ағас эшкәртәсәк. Шулай уҡ «Белсталь» исемле икенсе ҙур инвестиция проекты сиктәрендә Белоретта ҙур предприятие төҙөү планлаштырыла. Был проектҡа һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Белорет районында туризм өлкәһен үҫтереү шулай уҡ мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Әлеге ваҡытта тергеҙеү эштәре алып барылған Морат тау саңғыһы үҙәге ҡаланың үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ.

— Үткән йылда Морат тау саңғыһы комплексы өҫтөндә эшләй башланыҡ. Белорет өсөн был мөһим объект булып тора. Һуңғы 15 йылда үҙәк эшмәкәрлеге яйлап һүрелә башлағайны. Тиҙ арала яһалма ҡар системаһын булдырыуға өлгәштек, ҡунаҡхана төҙөлөп бөттө. Алдағы ваҡытта ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 2013 йылда ике күтәргес төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ ике-өс яңы трасса булдырыласаҡ. Ҡунаҡханалар, ресторандар комплексын төҙөү өсөн инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла, — тип һөйләне республика Президенты.

Стенограмманың тулы тексы менән Башҡортостан Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.