3 декабрь, Шәмбе

25 март 2013 йыл, 13:38

Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһы мәктәбен реконструкциялауҙы 1 сентябргә тиклем тамамларға ҡушты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Белорет ҡалаһының 1-се урта мәктәбен реконструциялау барышын тикшерҙе. Белем биреү учреждениеһы 1937 йылда төҙөлгән. 2012 йылда мәктәп реконструкцияға ябылған, бында ҡыйыҡ, коммуникациялар алмаштырыласаҡ.

Мәктәптең һүтелгән оҫтаханалары урынына яңы корпус төҙөләсәк, унда башланғыс кластар бүлмәләре, бассейн урынлашасаҡ. Эштәр яҡынса 160 миллион һумға башҡарыласаҡ, средстволарҙың бер өлөшө бүленгән дә инде.

— Төп бина 1 сентябргә әҙер булырға тейеш, — тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Президенты. – Ә өҫтәмә бинаны йыл аҙағынаса төҙөп бөтөргә кәрәк.

Әлеге ваҡытта уҡыусылар ҡаланың башҡа белем биреү йорттарында уҡый. Реконструкциянан һуң мәктәп 880 баланы ҡабул итәсәк.

Төҙөлөш эштәрен Өфөләге «Геострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгестәре алып бара.