Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Белорет ҡалаһының 2-се поликлиникаһы яңыртыуға мохтаж

Йәмғиәт

Белорет районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһының 2-се поликлиникаһында булды. Авария хәлендәге медицина учреждениеһына капиталь ремонт талап ителә.

Поликлиника 1966 йылда төҙөлгән. Ҡала проликлинкаһы бүлексәһе булған учреждение 21 мең кешене хеҙмәтләндерә. Бында терапия, хирургия, травмотология-ортопедия бүлектәре, процедуралар, ЭКГ кабинеты бар.

Поликлиникала шулай уҡ Республика ҡан тапшырыу станцияһы филиалы эшләй, бында Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарынан, Межгорье ҡалаһынан донорҙар килә.

Президентҡа һөйләүҙәренсә, поликлиника асылғандан алып бында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Әлеге ваҡытта бина авария хәлендә.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, мәсьәләне комплексы хәл итергә кәрәк. Президент проект-смета документацияһын әҙерләп, реконструкция өсөн кәрәк булған аныҡ сумманы атарға ҡушты. Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, эштәрҙең бер өлөшөн урындағы бюджет үҙ өҫтөнә ала алыр ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть