11 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2013 йыл, 12:04

Республика Президенты Башҡортостандың уникаль муниципаль театрында булды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Шәмбе, 23 мартта, Белорет районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Дефицит» театр-студияһы» муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһында булды.

Театр 1987 йылда булдырылған. Учреждениены Силәбе мәҙәниәт институтын тамамлаған Андрей Жеряков етәкләй. Был — республикала профессиональ актерҙар түгел, ә һәүәҫкәрҙәр уйнаған берҙән-бер театр, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Үткән йылда тамашасы залы реконструкцияланған. Хәҙер ул 127 кешене ҡабул итә ала. Шулай уҡ яҡтыртыу ҡорамалы, башҡа заманса аппаратура һатып алынған. Учреждениены реконструкциялауға муниципаль бюджеттан 11 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

2012 йылдың октябренән – театр реконструкциянан һуң асылғандан бирле 41 спектакль күрһәтелгән. Үҙешмәкәр артистарҙың ижадын урындағы халыҡ юғары баһалай. Белорет сәхәнәһендә Булгаков, Генри, Жуковский һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре ҡуйыла.

Рөстәм Хәмитов был майҙансыҡты яңы постановкалар өсөн генә ҡулланмаҫҡа тәҡдим итте. «Дефицит» шулай уҡ бөтә республиканан да театр коллективтарын һәм сәнғәт оҫталарын ҡабул итә ала.

Башҡортостан Президенты төбәктең Мәҙәниәт министрлығына республикалағы театр коллективтарының гастролдәрен әүҙемләштереү буйынса тейешле күрһәтмә бирҙе.