5 декабрь, Дүшәмбе

25 март 2013 йыл, 11:24

Башҡортостан Президенты Белорет районында ағас эшкәртеү өлкәһен үҫтереү мөмкинлектәрен баһаланы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Белорет районының Тимер юл ауылында урынлашҡан «Башлеспром» ағас әҙерләү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды.  Рөстәм Хәмитов предприятиеның беренесе сиратын ҡараны, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығның матбуғат хеҙмәтенән.

«Башлеспром» компанияһына төбәктең урман ҡырҡыу өсөн билдәләнгән участкаларының 10 проценты тура килә. Республикала был күрһәткес йылына 9 миллион кубометр тәшкил итә, 18 проценты Башҡортостан халҡы ихтыяжына бүленә.

Предприятие етәксеһе Президенҡа «Кроношпан» компанияһы менән ағас етештереү тураһында һөйләшеүҙәр алып барылыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Өфө районыныда урынлашҡан «Кроношпан» компанияһына ағас сеймалын поставкалау өсөн тимер юл транспорты файҙаланыласаҡ.

Башҡортостан Президенты предприятиеның яңы таҡта ярыу цехында булды. Әлеге ваҡытта бында Германиянан килтерелгән ҡорамал йыйыла. Юғары технологиялы был ҡорамалды һатып алыуға предприятие яҡынса 480 миллион һум аҡса йүнәлткән.  

Республика етәксеһе комплекстың идара итеү пультын ҡараны, процестарҙың юғары технологиялы булыуын билдәләне.

Предприятие етәкселеге менән осрашыу барышында республиканың ағас эшкәртеү өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.