5 декабрь, Дүшәмбе

25 март 2013 йыл, 10:34

Рөстәм Хәмитов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың республика активы ултырышын үткәрҙе

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Өфөлә Торлаҡ-комуналь хужалыҡтың республика активы ултырышы үтте. Активтың тәүге ултырышын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәрҙе.

— Был өлкәлә меңәрләгән кеше эшләй, улар үҙҙәре өсөн ауыр булған шарттарҙа бихисап бурыстар үтәргә тырыша. Был өлкәлә ғәйеплеләрҙе эҙләргә түгел, ә берлектә эш алып барыу варианттарын эҙләргә кәрәк, — тине Рөтәм Хәмитов. Торлаҡ-коммуналь хужалытың республика активы ултырышы күп фатирлы йорттарҙа уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу буйынса идара итеүсе компанияларҙың торлаҡ хужалары менән үҙ-ара килешеп эш итеүенә арналды.

Бөгөнгө көндә республикала торлаҡтың дөйөм майҙаны 90 миллион квадрат метрға етә – Волга буйы федераль округы буйынса был иң ҙур күрһәткес.

Авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙың дөйөм майҙаны бөгөн бер миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә.

— Күп фатирлы йорттар менән һөҙөмтәле идара итеүҙе ойоштороу тармаҡтың төп маҡсаты булып тора. Бындай йорттар республикала 70 мең. Был йүнәлештә сағыштырмаса яңыраҡ эшләй башланыҡ, әммә ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар. Шулай итеп, 12 меңдән ашыу йортта йорт комитеты советтары һайланды. Был бындай советтар булдырылырға тейеш барлыҡ йорттарҙың 90 процентын тәшкил итә, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, төбәктә бындай берләшмәләргә даими ярҙам күрһәтелә. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса тәүгә «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» исеменә конкурс үткәрелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәйгелә еңеүселәр (йәмғеһе 100 йорт) 100-шәр мең һум аҡса аласаҡ.

— Конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләүгә 10 миллион һум аҡса йүнәлтәбеҙ. Бындай тәжрибәне артабан да йәйелдерәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика активында ҡатнашыусылар һүҙҙәренсә, торлаҡ хужаларына идара итеүсе компаниялар менән тығыҙыраҡ эшләргә кәрәк, раҫланған тарифтар буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған ресурстарҙы тотоноу йәһәтенән асыҡлыҡ булырға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта, республика Президенты билдәләүенсә, тарифтарҙың артыуында ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларҙың роле ҙур.

Әлеге ваҡытта беҙҙең республика Рәсәй буйынса иң түбән тарифтар булған төбәктәрҙең береһе булып тора.

Салауат ҡалаһындағы «Жилкомзаказсы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дирекорҙар советы рәйесе Радик Миңләхмәтов ултырышта барлыҡ идара итеүсе компаниялар өсөн махсус майҙансыҡ булдырырға тәҡдим итте, унда «улар норматив-хоҡуҡи базаға үҙгәрештәр индереү мөмкинлегенә эйә булыр ине».

Бынан тыш, Радик Миңләхмәтов түләүҙәр йәһәтенән асыҡлыҡ булдырыу маҡсатында ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға хеҙмәттәре өсөн ҡулланысыларҙан үҙҙәренә аҡса йыйырға тәҡдим итте. Бындай фекерҙе Стәрлетамаҡ мэры Алексей Изотов та хупланы.

Радик Миңләхмәтов шулай уҡ йорт комитеттары менән идара итеүсе компанияларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен билдәләгән документ әҙерләргә тәҡдим итте.

— Беҙгә үҙенә күрә «Әлифба» булдырырға кәрәк. Бындай ҡулланма әлеге ваҡытта үҙ шарттарын көсләп тағырға теләгән йорт комитеттары менән аңлашып эшләргә мөмкинлек бирер ине, — тине «Жилкомзаказсы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дирекорҙар советы рәйесе.

Башҡортостан Президенты хәбәр итеүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың республика активының беренсе ултырышы һөҙөмтәләре буйынса ҡайһы бер тәҡдимдәр әҙерләнәсәк. Уларҙың бер өлөшө Рәсәй Хөкүмәтенә тикшереүгә йүнәлтеләсәк, ҡалғандары төбәк кимәлендә ҡараласаҡ.