5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2013 йыл, 17:37

Өфө уҡыусыһы VII Бөтә Рәсәй инновация проекттары конкурсы призеры булды

автор: Әлим Фәйезов

Көн элгәре Волга буйы федераль округында өлкән синыф уҡыусылары араһында VII Бөтә Рәсәй ғилми инновация проекттары конкурсының төбәк этабы үтте. Быйыл өлкән синыф уҡыусыларынан һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттарынан 850 ғилми эш ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр бәйгене ойоштороусылар.

Конкурстың төбәк этабына иң ҡыҙыҡлы тип табылған биш проект авторҙары саҡырылды. Эштәр эксперттар советы менән һайлап алынды. Конкурста ҡатнашыусылар энергетика, индустрия, һаулыҡ һаҡлау, ҡала инфраструктураһы өлкәләрендәге көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән ғилми эштәрен тәҡдим итте.

Һөҙөмтәлә конкурстың федераль округ буйынса ярым финалы призерҙары билдәләнде. Беренсе урынды — Йошкар-Ола ҡалаһынан Михаил Никитин, икенсе урынды Түбәнге Новгород ҡалаһынан Сергей Бобко һәм Константин Котов яуланы. Ә бына өсөнсө урынға «Электрокардиограммаларҙы вейвлет-анализ ысулы менән асыҡлау» проекты өсөн Өфө вәкиле – Александр Думчиков лайыҡ булды.

Призлы урындарға лайыҡ булған проекттар авторҙарына беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн шул тәртиптә 110000, 70000 һәм 20000 һум күләмендә аҡсалата приздар тапшырылды.

Төбәк этабында еңеүсе конкурстың федераль этабында ҡатнашасаҡ. Бәйгенең финалы Мәскәүҙә 2013 йылдың 10 апрелендә үтә.