8 декабрь, Кесе йома

22 март 2013 йыл, 17:01

«Науруз гүзәле - 2013» конкурсында еңеүсе Дүртөйлө районында йәшәй

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың татар һылыуҡайҙары араһында үткәрелгән конкурста еңеүсе тип Дүртөйлө районынан 19 йәшлек Рима Ямалетдинова табылды. Ул «Науруз гүзәле-2013» матурлыҡ конкурсының Гран-Прийына лайыҡ булды.

Өфөнөң «Нур» татар театрында үткән финалда 14 ҡыҙ ҡатнашты. Һылыуҙар араһынан иң-иңен һайлап алыу еңелдән булманы, тип билдәләне жюри ағзалары. Барлыҡ һылыуҡайҙар матур итеп татар телендә һөйләште, бейеүгә, йырға оҫталыҡтарын күрһәтте. Уларҙың һәр береһе юғары наградаға лайыҡ ине. Һөҙөмтәлә беренсе һәм икенсе урындарға Ҡыйғы районы вәкилдәре – Динара Фазлыева һәм Гүзәл Камалетдинова лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Дүртөйлө районынан Гөлшат Кашапова яуланы.

SMS-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Дуҫлыҡ гүзәле» номинацияһында Әлфинә Гәрәева еңеп сыҡты, «Халыҡ гүзәле» тип Сөмбөл Тәхәүетдинова танылды, Динара Фазлыеваға «Аҙна һылыуы» исеме бирелде.

Бындай бәйге республикала һуңғы тапҡыр 2006 йылда үткәрелде һәм бына ете йылдан һуң был матур йола ҡабаттан тергеҙелде.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары конкурстың видеоверсияһын 23 мартта 22.30 сәғәттә ҡарай аласаҡ.