5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2013 йыл, 16:40

Рөстәм Хәмитов Standard & Poor`s халыҡ-ара рейтинг агентлығы вәкилдәре менән осрашты

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Standard & Poor`s  халыҡ-ара рейтинг агентлығы вәкилдәре – агентлыҡтың Мәскәүҙәге офисының «Төбәк һәм муниципаль финанстар» төркөмө директоры Борис Копейкин һәм төркөмдөң өлкән аналитигы Александра Баллод менән осрашты.

Әлеге ваҡытта белгестәр Башҡортостандағы хәлгә баһа биреү өсөн аналитик мәғлүмәт туплау менән мәшғүл. Мәғлүмәт рейтинг комитетына йүнәлтеләсәк.

— Һеҙҙең компания менән аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов. – Белеүегеҙсә, республика иҡтисад өлкәһендә яҡшы уңыштарға өлгәшә. Беҙ эҙмә-эҙлекле, системалы эшләйбеҙ, ҡабаланып ҡабул ителгән ҡарарҙар юҡ.

Президент билдәләүенсә, республиканың финанс хәле ярайһы уҡ тотороҡло, киләсәктә ауыр хәлдәр күҙалланмай.

2008 йылда Башҡортостан тотороҡло прогноз менән ВВ+ рейтингына эйә булды. 2011 йылда прогноз ыңғай тип үҙгәртелде. Былтыр ҙа шундай уҡ рейтинг раҫланды.

— Ике йыл рейтин ыңғай прогноз менән билдәләнә. Тимәк, рейтингты яҡшыртыу мөмкинлеге лә бар, — тине осрашыуҙан һуң журналистарға Борис Копейкин.

Республиканың кредит рейтингына насар тәьҫир итә алырлыҡ мәсьәләләр араһында Standard & Poor`s вәкиле социаль бурыстарҙың артыуы сәбәпле бюджет иңенә төшкән ауырлыҡтарҙың артыуын, шулай уҡ иҡтисадтың тышҡы баҙар конъюнктураһына, айырым тармаҡтарға һәм ҡайһы бер һалым түләүселәргә ныҡ бәйле булыуын атаны.

Ыңғай факторҙар араһында Борис Копейкин иҡтисадтың, Рәсәй буйынса уртаса кимәл менән сағыштырғанда, юғарыраҡ темптар менән үҫешеүен, шулай уҡ бюджет сығымдары менән идара итеүгә, бурыстарға һаҡ ҡарашта булыуҙы атаны.