8 декабрь, Кесе йома

22 март 2013 йыл, 15:02

Өфөнөң йәш парламентарийҙары Рима Баталова исемендәге «Милләт йәшлеге» фонды менән хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө ҡалаһы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы Башҡортостан Республикаһының Рима Баталова исемендәге «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта Йәштәр йәмәғәт палатаһының хоҡуҡи мәсьәләләр, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса комиссияһы ағзаһы Павел Краснов хәбәр итте.

Йәш парламентарийҙар фонд менән 2013 йылғы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендә хәйриә концертын ойоштороу барышында танышты. Тантаналы кисә Фонд асыуға һәм Сергей Кораблевтың «Рима Баталова — спорт легендаһы» китабының презентацияһын үткәреүгә арналды.

Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Йәштәр палатаһы ағзаларына ойоштороу комитеты эшендә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Рәхмәт хатында билдәләнеүенсә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына иғтибарлы ҡараш, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эшендә әүҙем ҡатнашыу, республикала Паралимпия хәрәкәтен үҫтереүгә етди ҡараш Йәштәр палатаһы ағзаларының эшмәкәрлеген тик ыңғай яҡтан баһалай.

— Сараға әҙерлек барышында ҙур тәжрибә тупланыҡ. Хәйриә фонды менән хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итергә ҡарар иттек. Балаларға ярҙам итеү беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала, — тип һөйләне Павел Краснов.