10 декабрь, Шәмбе

22 март 2013 йыл, 14:28

БДУ студенттары Башҡорт дәүләт филармонияһында яҙғы концерт күрһәтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

26 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһында «Студент яҙы-2013» фестивале сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты концерты үтә. Уҡыу йортоноң әлеге факультетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл сара Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнала. Студенттар үҙҙәренең һәләттәрен, сараны тейешле кимәлдә үткәреү оҫталығын күрһәтәсәк. Тәжрибә шуны күрһәтә: тарих факультеты концерттары һәр ваҡыт юғары кимәлдә һәм дуҫтарса мөхиттә үтә. Факультетта белем алған студенттарҙың әҙ булыуына ҡарамаҫтан, улар бер нисә йыл рәттән призлы урындар яулай.

Концерт 15.00 сәғәттә башлана.