3 декабрь, Шәмбе

22 март 2013 йыл, 14:12

Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй Президенты гранттарына лайыҡ булды

автор: Людмила Терновая

Владимир Путин «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милләт өсөн әһәмиәтле булған ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын тапшырыу тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Номинанттар исемлегендә Башҡортостан вәкилдәре лә бар.

Өфө рәссамы Салауат Латипов «Волга буйының һынлы сәнғәте» ғилми-тикшеренеү проектын тормошҡа ашырыуға грант алды.

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы директоры урынбаҫары Вера Пантелеева бүленгән средстволарға «Миңә кино һөйләгеҙ: күреү һәләтенән мәхрүм булған кешеләр өсөн тифлокомментарийҙар менән кино кисәләрен ойоштороу» проектын бойомға ашырырға планлаштыра.