4 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2013 йыл, 12:59

Рәсәйҙәге ҡымыҙҙың 63 проценты Башҡортостанда етештерелә

автор: Галина Бахшиева

2012 йылда Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү күләмдәре 18,2 процентҡа артҡан. Илдәге ҡымыҙҙың күпселек өлөшө, йәғни 63 проценты Башҡортостанда етештерелә. Ростов һәм Тверь өлкәләренә — 6,1-6,9 процент, Ярославль өлкәһенә 5,5 процент тура килә. Рәсәйҙәге ҡымыҙҙың яҡынса ундан бер өлөшө Алтай крайында, Саха (Якутия), Мари Иле республикаларында етештерелә, тип хәбәр ителә көн һайын үткәрелгән аграр күҙәтеү буйынса махсус сайтта.

2012 йылда Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү өлкәһендә Вола буйы федераль округы абсолют лидер булған. Бында продукция күләменең 74 проценты етештерелгән.

«Һөт продукцияһы баҙары: 2013-2016 йылдарға прогноз» тикшеренеүендә хәбәр ителеүенсә, илдә ҡымыҙ етештереү күләмдәре 2009-2012 йылдарҙа арта барған. 2010 йылда продукция етештереү күләменең үҫеш темпы максималь – 47,4 процент булған. 2012 йылда был күрһәткес 18,2 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта, 2011 йылда етештерелгән продукция күләмдәре менән сағыштырғанда, 2012 йылда ҡымыҙ етештереү күләме көн һайын уртаса 519,1 килограмға артҡан, тип хәбәр итә РБК.