9 декабрь, Йома

22 март 2013 йыл, 12:10

Республикала 390 миллиард һум суммаға өҫтөнлөклө проекттар тормошҡа ашырыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда яҡынса 390 миллиард һум суммаға 70-кә яҡын ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар ярҙамында төбәктә 2020 йылға тиклем 40 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ. Бындай мәғлүмәт менән, республика парламентарийҙары алдында БР Хөкүмәтенең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап, Башҡортостан Президенты таныштырҙы.

Үткән йылда производстволарҙы яңыртыуға йүнәлтелгән бер нисә проект тормошҡа ашырылды. «Газпром нефтехим Салауат» компанияһында 12 миллиард һумдан ашыу суммаға яңы етештереү объекттары файҙаланыуға тапшырылды. «Салауатбыяла» компанияһы энергияны һаҡсыл ҡулланыусы быяла етештереүгә бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтте. Оҙаҡламай Баймаҡ ҡойоу-механика заводында ҡорос ҡойоу цехы сафҡа индереләсәк.

Бынан тыш, республикала Бразилияның «Marcopolo» концерны менән берлектә Нефтекама заводы нигеҙендә бәләкәй класлы автобустар етештерелә башлаясаҡ. Вертолет двигателдәре өсөн комплектлаусы изделиелар етештереүҙе ойоштороу өсөн Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыла.

Ишембайҙың «Витязь» машианалар эшләү компанияһында Рәсәй менән Ҡытайҙың «Хунхуа БДБ» компанияһы менән берлектә 2015 йыл аҙағынаса нефть һәм газ ятҡылыҡтарын тикшереү һәм үҙләштереү өсөн быраулау ҡоролмаларын етештереү буйынса предприятие асыу планлаштырыла. Етештереү күләме йылына яҡынса туғыҙ миллиард һум тәшкил итәсәк.

Хөкүмәт эшмәкәрлегендә инвестициялар йәлеп итеүгә төп урын бирелә. Үткән йылда республика Хөкүмәте «Интер РАО ЕЭС» һәм «ПЭТ-Технолоджи» компаниялары, Рәсәй туранан-тура инвестициялар фонды менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Австрияның «Kronospan Holdings East Limited» компанияһы менән урман сәнәғәте комплексын үҫтереүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республика Төркиә, Бразилия, Германия, Чехия, Франция инвесторҙары менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә.