5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2013 йыл, 11:22

Башҡортостан торлаҡ төҙөү күләме буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 2012 йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡты сафҡа индереү динамикаһы насар түгел. 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, үҫеш 10 процент тәшкил иткән.

— Бындай темптар уртаса Рәсәй кимәленән ике тапҡырға юғарыраҡ – республика был күрһәткес буйынса Рәсәй субъекттары араһында ете алдынғы төбәк иҫәбенә инде һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында тора, — тине Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында республика Хөкүмәтенең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап.

Шул уҡ ваҡытта, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика бер кешегә иҫәптә халыҡтың торлаҡ менән тәьмин ителеше буйынса әлегә тик алтмышынсы урындарҙа килә.

— Торлаҡ, айырыуса социаль йорттар етешмәй. Күп кеше ипотекаға торлаҡ һатып ала алмай, — тине Президент.

Республикала яҡынса 25 миллиард һумға ипотека кредиты бирелгән, 2011 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 1,6 тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта кредиттар ҡиммәтләнгән. Әгәр ҙә бер йыл элек кредитты уртаса 11,9 процент менән алып булһа, ағымдағы йыл башына ҡарата ставка 12,7 процентҡа тиклем артҡан.

Әҙ тәьмин ителгән граждандарҙың, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юлдарының береһе – ул ҡуртымға бирелеүсе торлаҡ төҙөү, тип иҫәпләйҙәр Башҡортостан Хөкүмәтендә. Әлеге ваҡытта 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән тейешле республика программаһы әҙерләнә.

Рөстәм Хәмитов күп фатирлы торлаҡ төҙөү өсөн территорияларҙы комплекслы үҙләштереү бурысын ҡуйҙы.

— Былтырҙан башлап «Яркий», «Инорс-4», «Төньяҡ-көнбайыш Затон», «Яңы Булгаков», «Максимовка» биҫтәләрендә, Баланово ҡасабаһында торлаҡ төҙөлөшө әүҙемләште, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Был ике миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк. Артабан Ағиҙел аръяғында торлаҡ төҙөй башлау планлаштырыла. Өс мең гектарға яҡын майҙанда 2020 йылға алты миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү ҡарала.