9 декабрь, Йома

22 март 2013 йыл, 10:29

Рөстәм Хәмитов «Уралсиб» банкы етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Уралсиб» банкы етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

— Банктар менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Социаль һәм етештереү өлкәләрендә ҙур пландар бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә ресурстар кәрәк. Шуға күрә банктарға таянып эшләргә, уларҙа булған ресурстарҙы йәлеп итергә мәжбүрбеҙ, — тине осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең бюджет сағыштырмаса ҙур түгел – 100-120 миллиард һум. Ә банктарҙа булған ресурстар бер нисә тапҡырға күберәк – 600-700 миллиард һум. Әммә беҙ был актив менән тейешле кимәлдә эшләмәйбеҙ.

Шул уҡ ваҡытта, «Уралсиб» банкы идараһы етәксеһе Илкка Салонен фекеренсә, Башҡортостан банктар системаһы яҡшы эшләгән алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.

— Беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең 40 проценты Башҡортостанда эшләй. Артабан ҡасандыр булдырылған базаны нығытырға планлаштырабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илкка Салонен.

Башҡортостан Президены менән һөйләшеү конструтив булды, тип хәбәр итте журналистарға «Уралсиб» банкы идараһы етәксеһе.

— Республика беҙҙә һәр яҡлап ҡыҙыҡһыныу уята. Корпоратив йүнәлеш, ваҡлап һатыу бизнесы, социль карталар биреүгә ҡағылышлы мәсьәләләр – барлыҡ йүнәлештәр ҙә беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы, — тип билдәләне Илкка Салонен.

Уның һүҙҙәренсә, «Уралсиб» етәкселеге 1 майға тиклем Өфөгә тағы бер тапҡыр киләсәк. Был ваҡыт эсендә Илкка Салонен хеҙмәттәшлек итеү варианттарын әҙерләп, бөгөнгө һөйләшеүҙе дауам итергә һүҙ бирҙе.