5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2013 йыл, 9:58

Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуға сығымдар 19 процентҡа артты

автор: Ғәлиә Нәбиева

— 2012 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуға сығымдар 19 процентҡа тиерлек артып, 33,7 миллиард һумға етте. Был республика бюджетының яҡынса дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында республика Хөкүмәтенең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһы ғүмер оҙонлоғон арттырыуҙа төп роль уйнай. Демография өлкәһендә был мөһим мәсьәлә булып тора. Төбәк башлығы хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта был күрһәткес республикала уртаса Рәсәй кимәленә тиң, әммә беҙгә Европа стандарттарына етеү мөһим.

Үткән йылда был йүнәлештә ҡайһы бер саралар күрелде. Туғыҙ муниципаль-ара медицина үҙәге эшләй башланы, тармаҡта төҙөлөп бөтмәгән объекттар күләме 40 проценттан ашыуыраҡҡа кәмене.

— Табиптарҙың уртаса эш хаҡы 53 процентҡа артып, 32,2 мең һумға етте. Был планлаштырылған күрһәткестәрҙән 19 процентҡа күберәк, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов ауыл ерендә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен күтәрҙе.

— «Земство табибы» проекты ярҙамында ауыл дауаханаларында 600-ҙән ашыу йәш белгес эшләй башланы. Дөйөм алғанда, кадраҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе 2018 йылға тиклем хәл ителергә тейеш, — тигән бурыс ҡуйҙы Президент.

Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов медицина хеҙмәткәрҙәренең халыҡҡа булған мөнәсәбәтен иғтибарға алды.

— Һорау алыуҙа ҡатнашҡан республика халҡының ни бары 48 проценты, йәғни яртыһынан кәмерәге, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт. Үҙгәрештәр тармаҡтың матди базаһын нығытыуға ғына ҡағылырға тейеш түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре лә яңыса эшләй башларға тейеш, — тине төбәк башлығы.