7 декабрь, Шаршамбы

21 март 2013 йыл, 16:03

Башҡортостан Президенты: «Салауат Юлаев»тың ҙур еңеүҙәре алда әле»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы көйәрмәндәре насар йоҡланы. Кисә команда аҙҙаҡҡы матчта «Аҡ барыҫ»тан еңелде, — тип комментарий бирҙе «Салауат Юлаев» менән «Аҡ барыҫ»тың аҙаҡҡы матчына Башҡортостан Президенты.

Шул уҡ ваҡытта, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, хоккейсыларға һәм тренерҙарға үпкә белдерер өсөн сәбәп юҡ.

— Беҙ, көйәрмәндәр, дөйөм алғанда команданың көслө ихтыяр күрһәтеүенән, яҡшы уйнауынан ҡәнәғәтбеҙ. Спорт булғас, барыһы ла була, — тигән фекерен белдерҙе республика етәксеһе һәм хоккейсыларға, тренерҙарға, бағыусыларға, көйәрмәндәргә рәхмәтен белдерҙе.

— Еңелеүгә ҡарамаҫтан, кәйефте төшөрмәйбеҙ. Яҡшы команда булдырылыуын беләбеҙ һәм аңлайбыҙ. Алдағы йылдарҙа уға уңыштар теләйек. Күңелде төшөрөргә ярамай. Ҙур еңеүҙәр алда әле. Быға һис шикһеҙ ышанам.