10 декабрь, Шәмбе

21 март 2013 йыл, 15:39

Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының һайлап ҡуйылыуы яҡлы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Алексей Кудриндың РФ субъекттарында власть системаһын реформалаштырыу буйынса инициативаһына комментарий бирҙе.

— Минеңсә, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында властың парламент тарафынан һайланыуы федераль кимәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Төбәк башлығын һайлап ҡуйырға кәрәк, бының өсөн тейешле ҡануниәт булдырылған.

Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, республикала үткәрелгән социологик һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың 65-67 проценты бындай һайлау яҡлы.

— Тәжрибә шуны күрһәтә: Рәсәй Федерацияһы субъекттарында халыҡ менән һайланған, ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тейешле вәкәләттәргә эйә булған етәксе булырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.

Бөгөн ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙең элекке финанстар министры Алексей Кудрин РФ субъекттарында власть системаһын реформалаштырыу инициативаһы менән сығыш яһаған. Рәсәй төбәктәренә үҙҙәре өсөн властың парламент тарафынан һайланыу формаһын һайлау хоҡуғын бирергә тәҡдим ителә.

Тәҡдим ителгән планға ярашлы, Рәсәй төбәктәре хөкүмәттәре закондар сығарыу органына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре буйынса формалашасаҡ.

темалар: бр президенты