8 декабрь, Кесе йома

21 март 2013 йыл, 14:00

Башҡортостанда «Парктар маршы – 2013» ойоштороласаҡ

автор: Галина Бахшиева

20-26 апрелдә Башҡортостанда матур йолаға әүерелгән «Парктар маршы» республика акцияһы ойошторола.

Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтарына, «Башҡортостан» милли паркына, тәбиғәт парктарына, заказниктарға, балалар экология ойошмаларына һәм йәмәғәт берләшмәләренә үҙҙәренең биләмәләрендә акциялар үткәреү буйынса саралар планын раҫларға тәҡдим ителде. Муниципалитеттарға эко-марш ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашырға ҡушылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 10 июнгә тиклем «Парктар маршы-2013» акцияһына йомғаҡ яһаясаҡ.

Әлеге акция Башҡортостанда 1996 йылдан башлап үткәрелә. Республика халҡы иғтибарын айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре мәсьәләләренә йәлеп итеү, тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлау сараның төп маҡсаты булып тора.