11 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2013 йыл, 13:41

Ял көндәрендә төбәктең ҡайһы бер райондарында 20 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Алдағы ике көндә Башҡортостанда көндәрҙең болотло булыуы, ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге. Һауа температураһы көндөҙ – нуль тирәһе, төндә биш-ете градус һыуыҡ була.

Ял көндәрендә республикала һиҙелерлек һыуытасаҡ. Термометр бағанаһы төндә – минус 13 градусҡа, ҡайһы бер райндарҙа минус 20 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ сағыштырмаса йылы – минус биштән плюс ике градусҡа тиклем була.

темалар: һауа торошо