Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Республикала сәләмәт торош яҡлылар автоуҙыш үткәрәсәк

Йәмғиәт

29 мартта Өфөлә наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү органдары булдырылыуына 10 йыл тулыуға арналған ике көнлөк автоуҙыш үтә. Уны ойоштороусылар булып РФ Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәт Төньяҡ-Көнбайыш квалификация күтәреү институтының Өфөләге филиалы, Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды, Бөтә Рәсәй полиция ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм БР «Айсыуаҡ – Ай һәм Ҡояш» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт клубы сығыш яһай.

Сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, автоуҙыш Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәге, атап әйткәндә, Шаран һәм Мишкә райондары буйлап үтәсәк. Уҙыш барышында ойоштороусылар йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә өгөтләргә, наркотиктар, алкоголле эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, тәмәке тартмаҫҡа саҡырырға ниәтләй.

Автоуҙыш иртәнге сәғәт 9-ҙа Конгресс-холл бинаһы янында старт ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть