8 декабрь, Кесе йома

21 март 2013 йыл, 12:22

Рөстәм Хәмитов: «Урындағы власть бер юлы барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алмай»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы ведомство-ара комиссияның беренсе ултырышында республиканың урындағы үҙидара органдарына ҡарата контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге алып барыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Урындағы үҙидара органдарына ҡарата контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге алып барыу һөҙөмтәлелегенә анализ яһау беҙҙең төп бурыс булып тора, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Үткән йылдың октябрендә муниципаль берәмектәрҙе тикшереү һөҙөмтәләренә анализ яһалды. Анализға ярашлы, урындағы үҙидара органдарына һигеҙ меңдән ашыу төрлө тикшереү сараһы тура килгән, — тип билдәләне төбәк башлығы. – Уларҙың яртыһы тиерлек яза биреү менән тамамланған. Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һалынған штрафтар күләме туғыҙ миллион һумға тиерлек еткән.

Әммә, Президент иҫәпләүенсә, етешһеҙлектәрҙе теркәү һәм бының өсөн яза биреү түгел, ә аңлатыу эшмәкәрлеге алып барыу, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә булышлыҡ итеү өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып торорға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта урындағы яуапһыҙлыҡ менән килешергә ярамай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

— Урындағы үҙидара органдары функцияларының тулы кимәлдә финансланмауын беләһегеҙ. Вәкәләттәр, бурыстар – күп, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ресурстар һәм средстволар – әҙ. Был йәһәттән тейешле саралар күрелә, — тине Президент. – Күпселек осраҡта урындағы власть бер юлы барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алмай. Йылдар буйы йыйылып килгән проблемаларҙы ресурстарһыҙ хәл итеп булмай.

Ведомство-ара комиссия ултырышында кадраҙар мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Күп һанлы тикшереүҙәр, штраф һалыуҙар муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә дәртен һүндерә. Сағыштырмаса түбән эш хаҡы түләнгән шарттарҙа юғары талаптар ҡуйыу был өлкәләге эшмәкәрлектең абруйын төшөрә.

— Квалификациялы кадрҙарҙың ситкә китеүе, кадрҙар дефициты күҙәтелә. Мәсьәләне системалы хәл итеү зарур, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, контоль-күҙәтеү эшмәкәрлеге муниципалитеттарға йөкмәтелгән бурыстарҙың сифатлы үтәлешенә булышлыҡ итергә, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендәге хәлде яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтергә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн шарттар булдырырға тейеш.