11 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2013 йыл, 11:18

«Берҙәм Рәсәй» Башҡортостан мәктәптәрендә ғаилә тәрбиәһе дәрестәрен индерергә тәҡдим итә

автор: Арина Рәхимҡолова

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында «Ныҡлы ғаилә» федераль проектының эш төркөмө ултырышы үтте. Партия ағзалары алдағы ике йылда әлеге проектты тормошҡа ашырыу планын тикшерҙе, тип хәбәр итә ER.RU.

Эш төркөмө ағзалары билдәлүенсә, бөгөн иң мөһиме – ныҡлы, татыу ғаиләләр булдырыу, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу.

— Рәсәйҙең ныҡ булыуын теләһәк, тәү сиратта ғаилә институтын нығытырға тейешбеҙ. Республикала әлеге проектҡа йәлеп итерлек кешеләрҙе, ойошмаларҙы ҡарап сыҡтыҡ. Ғаиләләр, балалар менән эшләгән, һәр кеше өсөн ғаиләнең мөһим булыуын аңлаған кешеләр проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә аласаҡ, — тип билдәләне «Ныҡлы ғаилә» проекты координаторы, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

Бөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда тере ата-әсәһе булып та балалар йорттарында тәрбиәләнгән малайҙар һәм ҡыҙҙар бар. Уларҙың күпселеге – имен булмаған ғаиләләрҙән. Бәхеткә күрә, бындай балаларҙы уллыҡҡа һәм опекаға алыу проценты арта. Кисәге етем балаларҙың 88 проценты ғаиләләргә урынлаштырылған.

— Бөгөн Федерация кимәлендә инвалид булған етем балаларға юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүгә сиратты бөтөрөү өсөн төрлө саралар күрелә. Ғаиләлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнәгән бала тыуа икән, был ғаиләне бәлә менән яңғыҙын ҡалдырырға ярамай. Тейешле эш алып барырға кәрәк. Беҙҙең төп бурыс – ғаиләләр тарҡалмаһын, балалар ғазапланмаһын, интернаттарға эләкмәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү, — тине Лилиә Ғүмәрова.

«Ныҡлы ғаилә» проекты сиктәрендә республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә ғаилә тәрбиәһе дәрестәрен индерергә тәҡдим ителде.