3 декабрь, Шәмбе

21 март 2013 йыл, 10:44

1 апрелдән «Беҙ – Рәсәйҙең күп милләтле халҡы» бөтә Рәсәй конкурсы старт ала

автор: Арина Рәхимҡолова

1 апрелдә «Беҙ – Рәсәйҙең күп милләтле халҡы» бөтә Рәсәй ғилми һәм публицистик эштәр конкурсы старт ала. Уны ойоштороусылар булып РФ Президенты янындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, «Рәсәй әрмәндәре союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, РФ Йәмәғәт палатаһы, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты сығыш яһай.

Бәйге күп милләтле халыҡтың берҙәмлеген, граждандарҙың ватансылыҡ тойғоһон, намыҫ һәм выжданын нығытыуға йүнәлтелгән.  

Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 4 ноябрҙә Дәүләт Кремль һарайында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған концерт сиктәрендә үтә.

Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың рәсми сайтында урынлаштырылған.