9 декабрь, Йома

21 март 2013 йыл, 10:21

Рөстәм Хәмитов: «2030 йылға тиклем автомобиль юлдарын үҫтереү стратегияһын эшләп еткерергә кәрәк»

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын камиллаштырыу һәм үҫтереү стратегияһы шаршамбы, 20 мартта, БР Хөкүмәтендә үткән ултырышта тикшерелде.

Дәүләт контракты буйынса стратегия әҙерләү өҫтөндә Санкт-Петербург Территориаль үҫеш һәм транспорт инфраструктураһы ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институты эшләй. Ойошма асыҡ конкурс нигеҙендә һайлап алынған.

Төбәктә юлдар мәсьәләһенең көнүҙәк булыуын билдәләп, республика Президенты Рөстәм Хәмитов төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге юлдарҙың 76 процентына һәм урындағы юлдарҙың 80 проценттан ашыуына ремонт талап ителеүе хаҡында әйтте. Күперҙәрҙең яртыһы тиерлек насар хәлдә. Тармаҡтың төп проблемаһы – финанстар етешмәүҙә, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. 2006-2010 йылдарҙа юл эштәрен финанслау күләме 18 процентҡа тиерлек ҡыҫҡартылған. Тик 2010 йылдан башлап ҡына ресурстар күләмен яйлап арттыра башланыҡ, тине Башҡортостан Президенты.

— Нормаға ярашлы, йыл һайын 3,5 мең километр юлға ремонт талап ителә, беҙ иһә тейешле күләмдең биштән бер өлөшөн ремонтлайбыҙ, — тип билдәләне Президент. – Хәлде төҙәтеү өсөн оҙайлы сроклы перспективаға системалы эш талап ителә.

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров һүҙҙәренсә, стратегия өҫтөндә эшләү барышында юлдарҙың торошо баһаланған һәм оҙайлы сроклы перспективаға автомобиль юлдары комплексын үҫтереү сценарийы әҙерләнгән.

Стратегия варианттары – инновацион һәм инерцион, йәғни максималь һәм минималь – финанслау күләмдәре буйынса 2,4 тапҡырға айырыла.

Санкт-Петербург Территориаль үҫеш һәм транспорт инфраструктураһы ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институты иҫәпләүҙәре буйынса, максималь вариант буйынса дөйөм сығымдар — 612,2 миллиард һум, минималь буйынса 249,7 миллиард һум тәшкил итә. Сумманың шул тәртиптә 279 миллиард һумын һәм 113 миллиардын тик юлдар төҙөүгә һәм реконструциялауға йүнәлтеү планлаштырыла. Беренсе вариант — 2626 километр, икенсеһе 1800 километр юлдар төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Шулай итеп, стратегияның максималь варианты буйынса юлдың бер километры – 110 милион һумға, минаималь буйынса 63 миллион һумға төшәсәк. Ғилми-тикшеренеү һәм проектлыу институтының генераль директоры Валерий Мячин һүҙҙәренсә, тәүге осраҡта юлдарҙы күберәк — төҙөү, ә икенсеһендә күберәк реконструкциялау ҡарала.

Стратегия варианттары финанслау сығанаҡтары буйынса ла айырыла. Генераль директор билдәләүенсә, инерцион вариант буйынса сығымдар тулыһынса тиерлек республика бюджеты иңенә төшә, инновацин вариант юл эштәренең күпселек өлөшөн федераль ресурстар иҫәбенә башҡарыуҙы күҙ уңында тота.

Валерий Мячин һүҙҙәренсә, стратегия Европа – Көнбайыш Ҡытай халыҡ-ара транспорт коридоры составына ингән Баулы-Күмертау юлын төҙөүҙе лә үҙ эсенә ала.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, Европа – Көнбайыш Ҡытай коридорының әлеге участкаһы Башҡортостан сиге буйлап ҡына үтәсәк һәм ҙур сәнәғәт үҙәктәрен үҙ-ара бәйләмәйәсәк. Шуға күрә әлеге түләүле юлдың беҙгә файҙа килтереүе икеле.

Ултырышта билдәләүҙәренсә, документты аҙағынаса эшләп еткерергә кәрәк. Бер ай дауамында ул йәнә министрлыҡ һәм ведомстволарҙа ҡараласаҡ, бынан һуң республика Хөкүмәтендә ҡабат тикшереләсәк.