Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй Президенты Эльвира Нәбиуллина кандидатураһын Рәсәй Үҙәк банкы башлығы вазифаһына тәҡдим итте

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Эльвира Нәбиуллина кандидатураһын Рәсәй Федерациһының Үҙәк банкы рәйесе вазифаһына тәғәйенләү өсөн тәҡдим итте. РФ Үҙәк банкының ғәмәлдәге башлығы Сергей Игнатьев вәкәләттәре 2013 йылдың 24 июнендә тамамлана. РФ Президенты сайтында билдәләнеүенсә, әлеге кандидатура Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 83-сө статьяһындағы «г» пунктына, шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) тураһында»ғы Федераль закондың 14-се статьяһына ярашлы тәҡдим ителә. Үҙенең ярҙамсыһы Эльвира Нәбиуллина кандидатураһын Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе вазифаһына тәҡдим итеү тураһындағы ҡарары хаҡында Владимир Путин март башында Сергей Игнатьев менән осрашыу барышында хәбәр итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть