10 декабрь, Шәмбе

20 март 2013 йыл, 15:25

Республикала 7528 күп балалы ғаилә бушлай ер участкалары алды

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда 7528 күп балалы ғаилә бушлай ер участкалары алды. Был бушлай ер участкаһы алыу өсөн иҫәпкә ҡуйылған барлыҡ күп балалы ғаиләләрҙең 47,2 процентын тәшкил итә. Бындай мәғлүмәт менән Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Юрий Золотарев таныштырҙы.

— Ер участкалары бүлеү буйынса эштең Рәсәйҙә тик 2011 йылда башланыуын иҫәпкә алғанда, округ һәм ил буйынса дөйөм алғанда был яҡшы күрһәткес, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды 20 мартта Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Юрий Золотарев.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкалары биреү практикаһына баһа биреү һәм анализ яһау маҡсатында булдырылған ике эш төркөмө – төбәктәге төркөм һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының берлектәге эше тамамлана.

Юрий Золотарев һүҙҙәренсә, Башҡортостанға тиклем бындай эш Ырымбур өлкәһендә үткәрлгән. 2013 йылдың 15 апреленә тиклем Волга буйы федераль округының барлыҡ 14 субъекты тикшереләсәк.

Белешмә өсөн. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 36699 күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙың 9069-ы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәптә тора.