Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың «Бук-М2» зенит комплекстары экипаждары бишенсе тапҡыр Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

«Бук-М2» зенит ракета комплекстары экипаждары Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадына әҙерлек үткәрә. Үҙәк хәрби округының Башҡортостанда урынлашҡан зенит ракета берләшмәһе составы һәм техникаһы бындай сарала бишенсе тапҡыр ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән.

Парадта ҡатнашасаҡ колонна составында Ҡыҙыл майҙан буйлап һигеҙ берәмек хәрби техника үтәсәк. Экипаждар саҡырыу һәм контракт буйынса хеҙмәт иткән, медицина һәм психологик тикшереүҙәр үткән әҙерлекле хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тора. Еңеү парадына әҙерлек сиктәрендә зенит ракета берләшмәһендә экипаждар составы менән махсус дәрестәр үткәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть